-4 °С
Ачык
«Республикаға федераль аҡса йәлеп итеү эшен системалы, сифатлыраҡ кимәлгә ҡуйырға теләйбеҙ. Парламентарийҙарҙың эшен уларҙың һәр береһе йәлеп иткән федераль аҡса күләменә ҡарап баһалайбыҙ. Һәр кемдән яҡшы һөҙөмтәгә иҫәп тотабыҙ. Беҙгә депутат корпусының республика ғаризаларын яҡлау буйынса әүҙемерәк эшләүе кәрәк», — тип мөрәжәғәт итте депутаттарға Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.
«Әлеге ваҡытта федераль кимәлдә беҙ ҡатнаша алырлыҡ 30 программа эшләй. Былтыр Башҡортостан уларҙың бөтәһендә лә ҡатнашты. Улар буйынса федераль ҡаҙнанан фактик керем 65,7 миллиард һум тәшкил итте. 2017 йылға ҡарағанда был 1,8 миллиард һумға күберәк, — тине Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы Илшат Тажетдинов. — Бүленгән федераль аҡсаны дөйөм үҙләштереү 65,6 миллиард һум тәшкил итте. Сағыштырмаса әйткәндә, 99,8 процент, был финанс дисциплинаһының юғары кимәлдә булыуы хаҡында һөйләй».
«Ағымдағы йылда дөйөм бурысыбыҙ — ошо һанды кәмендә 70-75 миллиард һумға еткереү, — тип йомғаҡ яһаны республика етәксеһе Радий Хәбиров. — Республикаға федераль аҡса килтерә алырҙай бер эш участкаһын, ниндәйҙер ҡыҙыҡлы проекттар алһаҡ, бәхетле булыр, иртәнән кискә тиклем уның юлын тапар инек».