Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев парламент бинаһына бүләктәр менән инеүҙе тыйҙы. Был хаҡта спикер үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.
«Яңы йыл байрамдары алдынан «Рәсәй Федерацияһында дәүләт гражданлыҡ хеҙмәте тураһында»ғы Федераль законға ярашлы дәүләт хеҙмәткәрҙәренә вазифа бурыстарын үтәүгә бәйле бүләктәр ҡабул итергә ярамағанлығы тураһында иҫкә төшөрәм, — тип билдәләне Толкачев. — Миңә Дәүләт Йыйылышы бинаһына пакет, ҡумта, кәрзин тотҡан кешеләрҙе үткәрмәҫкә тигән бойороҡ бирелгән. Аңлап ҡарауығыҙҙы һорайым. Депутаттар һәм секретариат хеҙмәткәрҙәре календарҙар, блокноттар һәм башҡа канцелярия тауарҙары менән тулыһынса тәьмин ителгән. Бүләктәрҙе балаларға бирегеҙ. Үҙегеҙҙе лә, башҡаларҙы ла уңайһыҙ хәлгә ҡуймағыҙ».
Бынан алда «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров чиновниктарға яңы йыл бүләктәрен мохтаждарға бирергә саҡырҙы.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук