Юлдаш
-24 °С
Болытлы
75 лет Победы
Барлык яңалыклар
Сәясәт
17 декабрь 2018, 02:00

Радий Хәбиров 18 декабрҙә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышына тәүге мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһай

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров шишәмбе, 18 декабрҙә, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға үҙенең тәүге мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһай.

Мөрәжәғатнамәлә республика етәксеһе төбәк үҫешенең яҡын һәм оҙайлы перспективаларына стратегик йүнәлештәрен билдәләй.

Йыллыҡ мөрәжәғәтнамә тәүге тапҡыр «Торатау» конгресс-холында уҙа. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаттарынан тыш, унда дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары, предприятиелар етәкселәре, йәмәғәт һәм дини ойошмалар вәкилдәре ҡатнаша. Быйылғы мөрәжәғәтнамәнең яңылығы шунда: Радий Хәбировтың саҡырыуы буйынса тантанала тәүге тапҡыр хеҙмәттә һәм йәмәғәт эшмәкәрлегендә танылыу алған яҡташтарыбыҙ ҡатнаша.

Тура трансляцияны Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Башҡортостан 24», «Спутник ФМ», «Юлдаш» радиостанциялары алып бара. Шулай уҡ bash.news сайтында, «Бәйләнештә» социаль селтәрендә «Новости Республики Башкортостан и Уфы (БСТ)» берләшмәһендә интернет-трансляция ойошторола.

Трансляция 18 декабрҙә иртәнге сәғәт 10-да башлана.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина

Читайте нас в