Ноябрҙә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 30-урындан 24-сегә күтәрелеп, губернаторҙарҙың йоғонто яһау рейтингында үҙенең позицияһын яҡшыртты. Сәйәси һәм иҡтисади яңылыҡтар агентлығы һуңғы тикшеренеү йомғаҡтарын баҫтырып сығарҙы. Аналитиктар иҫәпләүенсә, республика етәксеһенең рейтингы Өлфәт Мостафин Өфө хакимиәте башлығы вазифаһына һайланғандан һуң нығынған.
«Мэрҙар һайлау, шулай уҡ 2019 йылғы һайлау кампанияларына әҙерләнеү менән бәйле конфликтта төбәктәрҙә сәйәси көстәр конфигурацияһына етди йоғонто яһай. Урындарҙа транспорт һәм социаль инфраструктура булдырыуға федераль трансферттар бүлеү мәсьәләләре, шулай уҡ губернаторҙарҙың ошо өлкәләге башланғыстары элеккесә мөһим фактор булып ҡала. Губернатор вазифаларын ваҡытлыса башҡарыусыларҙың күбеһенең позициялары нығына. 2018 йылдың көҙөндә һайланған оппозиция губернаторҙары йоғонтоһон юғалта», — тиелә докладта.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы