Юлдаш
-3 °С
Ачык
Барлык яңалыклар
Сәясәт
3 декабрь 2018, 02:00

Павел Качкаев: 2019 йылда Башҡортостан милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға 11 миллиард һум аҡса ала

Башҡортостан 2019 йылда милли проекттарҙы бойомға ашырыуға 11 миллиард һумға яҡын аҡса ала. Шуның 1 миллиард һумы — юлдар һалыуға һәм реконструкциялауға, 1,4 миллиард һумы — «Ҡала мөхите» проектына, 430 миллион һумы — мәктәптәр төҙөүгә һәм реконструкциялауға, 1,4 миллиард һумы — өс йәшкә тиклемге төркөмдәр менән балалар баҡсаларын һалыуға. Тәүге тапҡыр «Таҙа һыу» проекты буйынса һыу каналдары предприятиелары өсөн 137 миллион һум күләмендә аҡса бүленә.

«Бөгөнгә Рәсәй Президентының май указында күрһәтелгән төп йүнәлештәр буйынса 12 милли проект булдырылған. Улар алты йыллыҡ осорға иҫәпләнгән. 2019-2020 йылдарҙа әлеге проекттарҙы тормошҡа ашырыуға — 5,7 триллион һум, ә артабан 7,5 триллион һум йүнәлтеү ҡаралған», — тине Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев Өфөнөң Дим районы предприятиелары һәм учреждениелары етәкселәре менән осрашыуҙа.

Путиндың май указына ярашлы, Рәсәй Хөкүмәте октябрҙә 12 милли проектты ғәмәлгә ашырыуҙың ентекле программаларын тәҡдим итте. Ошо йүнәлештәр: һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, торлаҡ һәм ҡала мөхите, экология, автомобиль юлдары, хеҙмәт баҙары, фән, һанлы иҡтисад, мәҙәниәт, бәләкәй эшҡыуарлыҡ, хеҙмәттәшлек һәм экспорт, магистраль инфраструктура.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин

Читайте нас: