Юлдаш
+8 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Сәясәт
22 октябрь 2018, 02:00

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы «Башавтотранс»тың генераль директоры Рәзим Мәхийәновты эшенән бушатырға ҡушты

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Башавтотранс» тирәләй барлыҡҡа килгән «аңлайышһыҙ хәлде» асыҡларға, шулай уҡ ошо предприятиеның генераль директоры Рәзим Мәхийәновты эшенән бушатырға ҡушты.

«Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһына ҡарата бик күп һорауҙар килеп тыуа. Хакимиәттәр башлыҡтары автовокзалдарҙы юғалтыуҙарына, нормаль эш булмауына зарлана. Мин ағымдағы эштәр торошо тураһында мәғлүмәт биреүҙәрен һораным. Ете айҙа 2,5 тапҡыр зыян билдәләнгән», — тип мәғлүмәт бирҙе Радий Хәбиров республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә.

Радий Хәбиров белдереүенсә, уға «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы мөлкәтен нигеҙһеҙ һатыу аңлашылмай. Улар араһында – автотранспорт предприятиеһының ер участкалары.

«Әгәр был участкаларҙың тәғәйенләнеш төрө үҙгәреүен белһәм, һөйләшәсәкбеҙ. Бөтә тейешле саралар күрегеҙ. Быны асыҡларға кәрәк, мин ошоно туҡтатыуығыҙҙы һорайым», — тип мөрәжәғәт итеп ул Өфө хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Салауат Хөсәйеновҡа.

Бынан тыш, төбәк Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы «Башавтотранс»тың етәксе вазифаларында арбитраж идарасаһы Урал Әхмәтовтың бер нисә туғаны эшләүендә «коррупция сәйәсәте элементтарын» күргән.

«Бәлки, улар яҡшы һәм көслө етәкселәрҙер, — тип фараз итте ул. — Минең аңлауымса, бында коррупция сәйәсәте элементтары бар. Ентекләп тикшереүҙе һорайым. Ул финанс яҡтан сәләмәтләндереү формаһы икәнлеген фараз итәм, әммә был мәсьәләләр мине борсой».

Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы генераль директоры вазифаһына тәғәйенләгән Рәзим Мәхийәновтың эшмәкәрлеге күп кенә һорауҙар тыуҙыра. Алдан ул хәҙер бөтөрөлгән предприятиеларҙы етәкләгән. Улар араһында – «Башмелиоводхоз», Ергән МТС-ы, Башҡортостан йылға пароходсылығы.

«Ул ниңә, бөлгөнлөк буйынса белгесме? — тип асыуланды Радий Хәбиров. — Бөгөн етәксе эштән бушатылырға тейеш. Материалдарҙы прокуратураға ебәрегеҙ», — тине Радий Хәбиров.


«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева


Читайте нас: