Юлдаш
-3 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Сәясәт
27 сентябрь 2018, 02:00

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Анатолий Аксаков менән осрашты

27 сентябрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Финанс баҙары буйынса комитет рәйесе Анатолий Аксаков менән осрашты.

Өфөлә парламентарий бизнесты һәм иҡтисадты финанслауҙың, банк системаһын үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләренә арналған түңәрәк өҫтәлдәр эшендә ҡатнаша.

Яҡтар республиканың финанс секторы эшен, торлаҡ-төҙөлөш һаҡламы программаһын, ошо өлкәләрҙә ҡануниәтте камиллаштырыуҙы тикшерҙе.

Төбәктә банк өлкәһенең торошо хаҡында һөйләгәндә, Башҡортостан Башлығы республиканың финанс секторында күберәк ҙур банктарҙың филиалдары эшләүен билдәләне.

– Ҙур банктар беҙҙә баҙарҙа үҙҙәрен төрлөсә тота. Әүҙем ярҙам иткәндәр ҙә бар, шул иҫәптән беҙҙең инвестиция программаларын бойомға ашырыуҙа. Ситтән күҙәтеүселәр ҙә бар. Был йәһәттән хәлдәр төрлөсә. Ләкин дөйөм алғанда, бөгөнгә ошо бифуркация, турбулентлы хәрәкәт итеү осоро тамамланды тип уйлайым. Артабан барыһы ла тынысыраҡ барыр, – тине Рөстәм Хәмитов.

Башҡортостанға сәфәрем барышында эшҡыуарҙар, банк өлкәһе вәкилдәре менән ҡануниәткә бәйле мәсьәләләрҙе тикшерергә йыйынам, тине Анатолий Аксаков.

– Кире бәйләнеш булдырмайынса, дөрөҫ закондар һәм ҡарарҙар ҡабул итергә ярамай, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды парламентарий. – Мин республика тормошон, уның нисек үҫешеүен күҙәтеп барам. Башҡортостан, Өфө. Башҡортостан күптәр өсөн яҡшы өлгө булып тора, шул иҫәптән финанс өлкәһендә лә. Республика уртаса үҫеш темптарын күрһәтә.

Читайте нас: