Юлдаш
+12 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Сәясәт
20 август 2018, 02:00

Юбилей объекттары республика Хөкүмәте ағзаларына беркетелгән

Республика хөкүмәтендә Башҡортостандың 100 йыллығына юбилей объекттарын төҙөүҙе контролдә тотоу буйынса бурыстарҙы нисек бүлеүҙәре билдәле булды. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов оператив кәңәшмәлә ошо хаҡта хәбәр итте.


– Ҡарар ҡабул ителгән. Бер миллиард һумдан ашыуыраҡ объекттар Премьер-министр урынбаҫарҙарына беркетелгән. 300-500 миллион һумдан ашыуырағы өсөн министрҙар яуаплы, – тине Рөстәм Мәрҙәнов. – Ошо планканан түбәнерәк объекттар министр урынбаҫарҙарына һәм объекттар муниципалитеттар аша ғәмәлгә ашырылған осраҡта ҡала-район башлыҡтарына беркетелә.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған аҙнала Башҡортостандың 100 йыллығына әҙерлек һәм уны байрам итеү буйынса республика ойоштороу комитеты ултырышында төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов юбилей объекттарын ваҡытында файҙаланыуға тапшырыу маҡсатында уларҙы Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьерҙарына һәм министрҙарға беркетергә тәҡдим итте.



– Әле 50-гә яҡын объект теге йәки был төҙөлөш стадияһында, – тине республика башлығы. – Эштәрҙең үтәлешен көн һайын контролдә тотоу һәм ваҡытында сафҡа индереүҙе тәьмин итеү өсөн шуларҙың иң мөһимдәренә вице-премьерҙарҙы, Хөкүмәт ағзаларын беркетергә тәҡдим итәм.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы


Читайте нас: