Юлдаш
-5 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Сәясәт
9 август 2018, 02:00

Башҡортостан Башлығы Хакимиәтендә Коррупцияға ҡаршы эш итеү идаралығы булдырылды

Башҡортостан Башлығы Хакимиәтендә Коррупцияға ҡаршы эш итеү идаралығы булдырылды. Тейешле Указға Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы.

Идаралыҡ быға тиклем Башҡортостандың Ведомство-ара йәмәғәт хәүефһеҙлеге советы аппаратына ингән коррупция һәм башҡа хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү һәм коррупцияға ҡаршы сәйәсәтте бойомға ашырыу бүлеге урынына асылды. Шулай итеп, властың төрлө кимәлдәрендә коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса эш көсәйтелә.

Был республикала ошо йүнәлештәге тәүге аҙымдар түгел. Әйтәйек, төбәктә коррупцияға ҡаршы сәйәсәтте тормошҡа ашырыуҙа яңы алымдар индерелә. Бер нисә республика законына үҙгәрештәр индерелде, уларға ярашлы муниципаль хеҙмәткәрҙәр Башҡортостан Башлығына килемдәре һәм сығымдары тураһында мәғлүмәттәр бирергә тейеш. Хоҡуҡ боҙоуҙар асыҡланһа, төбәк етәксеһе урындағы үҙидара органына дөрөҫ булмаған мәғлүмәттәр тапшырған чиновниктың вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итергә тейеш.

2017 йыл йомғаҡтары буйынса, 33 граждан һәм 133 муниципаль хеҙмәткәрҙәр яуаплылыҡҡа тарттырылған. Атап әйткәндә, муниципаль вазифаларҙы һәм муниципаль хеҙмәт вазифаларын биләгән 30 кеше ышанысты юғалтыу менән бәйле эшененән бушатылған. Өфө һәм Нефтекама хакимиәттәрендә етди коррупция хоҡуҡ боҙоуҙары асыҡланған. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса республиканың төрлө райондарында бер нисә ауыл советы башлыҡтары һәм депутаттары үҙ вәкәләттәрен юғалтҡан.

- Илдә лә, республикала ла коррупцияға ҡаршы ҙур эштең беренсе йыл ғына алып барылмауын аңлайбыҙ. Ил президенты, уның етәкселеге урындағы һәм федераль властарҙан ошо йәһәттән эшмәкәрлекте көсәйтеүҙе талап итә. Коррупция илдең иҡтисадын үҫтереүгә ҡамасаулай, эшҡыуарҙар, бизнес өсөн оло проблемалар тыуҙыра, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса комиссияның һуңғы ултырышында. — Коррупцияға ҡаршы эшмәкәрлек йәһәтенән мәғлүмәт биреүгә һәм пропагандалауға ҙур иғтибар бирергә тейешбеҙ. Беҙгә ошо күренешкә түҙмәүсәнлек хәлен булдырыуҙы дауам итергә кәрәк. Бер һүҙ менән әйткәндә, беҙгә даими рәүештә вазифалы кешеләрҙән талапты көсәйтергә һәм коррупцияға ҡаршы көрәш темаһы менән шөғөлләнергә кәрәк.


«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы



Читайте нас: