Юлдаш
+8 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Сәясәт
8 август 2018, 02:00

Республика халҡының яртыһы Башҡортостан Дәүләт Йыйылышына һайлауҙа ҡатнашырға ниәтләй — ВЦИОМ

Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге (ВЦИОМ) Башҡортостан халҡының республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға һайлауҙа ҡатнашырға әҙерлеге тураһында тикшеренеү мәғлүмәттәрен баҫтырып сығарҙы.

«2018 йылдың сентябрендә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарын һайлауҙа ҡатнашаһығыҙмы?» тигән һорауға респонденттарҙың яртыһы ыңғай яуап биргән. 29 проценты — «мотлаҡ ҡатнашам», 21 проценты «ҡатнашырмын, моғайын» вариантын һайлаған. Тикшеренеүҙә ҡатнашыусыларҙың дүрттән бер өлөшө әлегә пландар билдәләмәгән.

Респонденттарға тағы ла ошондай һорау менән мөрәжәғәт иткәндәр: «Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарын һайлау ошо йәкшәмбелә була тип күҙ алдына килтерегеҙ. Ҡайһы партия өсөн тауыш бирер инегеҙ?».

Башҡортостанда йәшәүселәрҙең өҫтөнлөктәре түбәндәгесә: «Берҙәм Рәсәй» 45 процент тауыш алыр ине, һорау алыныусыларҙың 15 проценты — КПРФ, 8 проценты — ЛДПР, 6 проценты «Ғәҙел Рәсәй» өсөн тауыш бирергә әҙер. Ҡалған партиялар 3 проценттан аҙыраҡ тауыш йыйған.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарын һайлау 2018 йылдың 9 сентябрендә уҙа. Партия исемлектәре буйынса кандидаттар сифатында алты партиянан 736 кандидат теркәлгән: ЛДПР, «Ғәҙел Рәсәй», «Берҙәм Рәсәй», «Рәсәй патриоттары», КПРФ, «Йәшелдәр». Бер мандатлы округтар буйынса 290 кандидат күрһәтелгән.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Читайте нас: