Юлдаш
-6 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Сәясәт
1 август 2018, 02:00

Башҡортостанда алты партия республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары мандаттарын бүлешә

Кисә Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы алтынсы саҡырылыш республика Дәүләт Йыйылышына һайлауҙа бер мандатлы округтар буйынса кандидаттар һәм партиялар исемлеген теркәүҙе тамамланы. Ҡоролтайға һайлау алды ярышында берҙәм республика округы буйынса алты партия ҡалды: ЛДПР, Ғәҙел Рәсәй, «Берҙәм Рәсәй», «Рәсәй патриоттары», «КПРФ», «Йәшелдәр». Партия исемлектәре буйынса бөтәһе 736 кеше теркәлгән.

Кисә кискеһен, һуңғы теркәү көнөндә, Үҙәк һайлау комиссияһы ике партияның исемлектәрен теркәүҙән баш тартты. Шулай итеп, «Рәсәй өсөн альтернатива (Социалистик Һайлау партияһы)», «Социаль Реформалар партияһы — Тәбиғәт ресурстарынан табышты — Халыҡҡа» һәм «Рәсәйҙең аграр партияһы» закондар сығарыу йыйылышындағы урындарға дәғүә итә алмай. 2018 йылдың 31 июленә ҡарата, бер мандатлы округтар буйынса 289 кандидат теркәлгән.

ЛДПР — 55 кеше

«Рәсәй патриоттары» — 52 кеше

Ғәҙел Рәсәй — 51 кеше

«Берҙәм Рәсәй» — 55 кеше

«КПРФ» — 44 кеше

«Йәшелдәр» — 21 кеше

«Үҫеш партияһы» — 2 кеше

«Рәсәй ветерандары партияһы» — 1 кеше

«Эш партияһы» — 1 кеше

«Ватанды һаҡлаусылар» — 1 кеше

Үҙ-үҙен күрһәткән — 6 кеше.

Тулыраҡ мәғлүмәт Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының рәсми сайтында бирелгән.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева

Читайте нас: