— Һеҙ юғары һөнәри оҫталыҡ күрһәттегеҙ, мөһим башланғыстар тәҡдим иттегеҙ, республика Хөкүмәте, башҡарма власть органдары, муниципалитеттар, һайлаусылар менән тығыҙ эшләнегеҙ, яуаплы булдығыҙ, дөйөм республика бурыстарын бергәләп хәл итеүҙе маҡсат итеп ҡуйҙығыҙ, дөйөм алғанда ижтимағи-сәйәси тотороҡлоҡто, иҡтисадты һәм социаль өлкәне нығытыу, төбәктә тормош сифатын арттырыу өсөн күп нәмә эшләнегеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов . – Һис шикһеҙ, әүҙем, эшкә һәләтле, берләшкән һәм хеҙмәттәшлеккә ниәтләнгән парламентһыҙ үҫеш сәйәсәтен уҙғара, йәмғиәттә күтәренкелек мәҙәниәтен, халыҡта иртәгәге көнгә ышаныс тойғоһон нығыта алмаҫ инек.