Юлдаш
+13 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Сәясәт
5 июнь 2018, 02:00

Башҡортостанда алдан тауыш биреүгә йомғаҡ яһалды

«Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе секретары, республика Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев матбуғат конференцияһында Башҡортостанда алдан тауыш биреү йомғаҡтарын иғлан итте. Процесс яҡшы кимәлдә ойошторолған, барыһы ла устав нормаларына ярашлы үтте, тип билдәләне ул. Тауыш биреү һөҙөмтәһенә тәьҫир итерҙәй тәртип боҙоуҙар булманы.

Төбәк бүлексәһе секретары һүҙҙәренсә, республикала халыҡтың 13,4% һайлауға килгән, 662 иҫәп участкаһында 400 меңдән ашыу кеше тауыш биргән. Бында, ғәҙәттәгесә, ауыл биләмәләре алдынғылыҡты биләй. Мәҫәлән, Хәйбулла районында килеү — 17,99%, Нуриманда — 17,77%, Баймаҡта 17,02% еткән. Ағиҙел (7,96%), Октябрьский (10,7%), Стәрлетамаҡ (11,11%) ҡалаларында иһә бик түбән.

«Айырым биләмәләрҙә халыҡтың аҙ килеүенә ҡарамаҫтан, был 2016 йылда Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа кандидаттар һайлағанда алдан тауыш биреү күрһәткестәренән юғарыраҡ. Бындай ыңғай динамика һайлаусыларҙың партияға һәм уның кандидаттарына ышаныуы хаҡында һөйләй», — тип билдәләне Константин Толкачев.

Быйыл «Берҙәм Рәсәй» тәүге тапҡыр электрон алдан тауыш биреү мөмкинлеген файҙаланды. Башҡортостан Республикаһы унда ҡатнашыу буйынса лидерҙарҙың береһе булды: 15 меңгә яҡын кеше онлайн тауыш бирҙе. Был форма үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәтте, сөнки быға тиклем һайлауҙа ҡатнашмаған бик күп йәштәр ошо мөмкинлекте ҡулланды. Тауыш биреүҙә ҡатнашыусылар араһында конкуренция ярайһы уҡ юғары булды — бер урынға биш кандидаттан ашыу. Республика Дәүләт Йыйылышындағы 110 депутатлыҡ мандатына 582 кандидат дәғүә итте, уларҙың өстән бер өлөшөнән күберәге — йәштәр, шул иҫәптән «ПолитСтартап» проектында ҡатнашыусылар. Рейтинг тауыш биреү йомғаҡтары буйынса уларҙың күпселеге лайыҡлы урын биләне.

5-се һайлау округы буйынса алдан тауыш биреүҙә ҡатнашҡан республика башлығы Рөстәм Хәмитовтың үҙ округында иң күп тауыш йыйыуы билдәле. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Николай Хорошилов 37-се округта еңеүсе булды, Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең идара итеүсе директоры Евгений Семивеличенко 2-се округта һайлаусыларҙың иң күп тауышын йыйҙы, Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры Рәмил Бәхтизин өсөн 40-сы округта тауыш бирҙеләр. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары Елена Родина һәм Эльвира Айытҡолова үҙ һайлау округтарында иң күп тауыш йыйҙы. Республика балалар клиник дауаханаһының баш табибы Рөстәм Әхмәтшин 1-се округта тәүге урында килә. Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов туғыҙынсы округта еңеү яуланы, «Өфө» халыҡ-ара аэропортының генераль директоры Александр Андреев 10-сы һайлау округында иң күп тауыш йыйҙы. Округтар буйынса рейтингта тәүге ике урынды алғандар араһында ҡатын-ҡыҙҙар — 18%, был 20 кеше тәшкил итә.

«Алдан тауыш биреү йомғаҡтары буйынса кандидаттар рейтингын иҫәпләүгә ҡарамаҫтан, беҙгә Устав талап иткән процедураларҙы үтәргә кәрәк: партияның Генераль советы кандидаттар исемлеген раҫларға тейеш. Һуңынан төбәк бүлексәһе конференцияһы ошо кандидаттарҙы тәҡдим итә», — тип асыҡлыҡ индерҙе Константин Толкачев.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова


Читайте нас: