Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың бойороғо менән Евгений Маврин Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде.
Евгений Маврин 1964 йылдың 24 сентябрендә Өфөлә тыуған. 1986 йылда – Башҡорт дәүләт университетын, 2003 йылда Мәскәү иҡтисад, статистика һәм информатика институтын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1986 йылда Башҡорт дәүләт университетының ВЛКСМ комитеты секретары булып башлай.
1991-1994 йылдарҙа – студент йәштәр менән эшләү буйынса яуаплы ойоштороусы, уҡыусы йәштәр һәм пионерҙар менән эшләү буйынса комиссия аппараты етәксеһе, Башҡортостандың Демократик йәштәр союзы республика комитеты (ВЛКСМ-дың Башҡортостан Өлкә Комитеты) мөдире, Башҡортостандың Студенттар союзы рәйесе.
1994-1996 йылдарҙа – Өфө финанс-иҡтисад колледжы директорының тәрбиә эше буйынса урынбаҫары.
1996- 2007 йылдарҙа – Бизнес-администрациялау идаралығының уҡытыуҙы ойоштороу бүлеге, бизнес-администрациялау бүлеге начальнигы, идаралыҡ начальнигы, Административ департамент директоры, «УралСиб» банкы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең башҡарма директоры.
2007- 2010 йылдарҙа – «ОЗНА-Менеджмент» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры.
2010-2012 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары, министрҙың беренсе урынбаҫары, министр.
2012-2015 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары.
2015 йылда – Башҡортостан Республикаһы Башлығы ярҙамсыһы.
2016-2018 йылдарҙа – «Арт-Өфө» мәҙәни-мәғариф үҙәге» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы директоры.
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы