Юлдаш
-4 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Сәясәт
22 Май 2018, 02:00

Рөстәм Хәмитов «Берҙәм Рәсәй»ҙең Юғары һәм Генераль советтарының берләштерелгән ултырышында ҡатнашты

Кисә Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы, «Берҙәм Рәсәй» партияһының Юғары советы ағзаһы Рөстәм Хәмитов партияның Юғары һәм Генераль советтарының берләштерелгән ултырышында ҡатнашты. Ул «Йүнәлеш 2026» партия конференцияһы сиктәрендә үтте.

Был конференция ҙур уртаҡ эште тамамлай, уның сиктәрендә төбәктәрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһен ғәмәлгә ашырыу буйынса тәҡдимдәр йыйыуға, шулай уҡ партияны яңыртыуға йүнәлтелгән дискуссиялар уҙҙы. Рәсәй Федерацияһының һәр субъектында дискуссиялар муниципаль-ара һәм төбәк этаптарында үтте. Төбәктәр үҙ тәҡдимдәрен индерҙе һәм Мөрәжәғәтнамәне тормошҡа ашырыу буйынса иң яҡшы тәжрибәләре менән таныштырҙы, шулай уҡ ошо йәһәттә төп проблемаларҙы билдәләне.

Конференция даирәләрендә фирҡә етәкселәре Советының ултырышы булды, төбәк бүлексәләре секретарҙары, субъекттарҙың закондар сығарыу йыйылыштарында фирҡә, төбәк-ара координация советтары етәкселәре, Дәүләт Думаһы депутаттары ҡатнашлығында һүҙ көрәштереү майҙансыҡтары эшләне.

Ултырышта сығыш яһап, партия рәйесе, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев конференция ил Президентының яңы майҙағы Указында ҡуйылған маҡсаттарға ирешеү өсөн «Берҙәм Рәсәй»ҙең эшен аныҡ ҡына ойошторорға ярҙам итеүен билдәләне.

— Юғары һәм Генераль советтарҙың берләштерелгән ултырышы – беҙҙең партия конференцияһы – айырым ваҡытта үтә. Ил яңы үҫеш этабына аяҡ баҫты, ошо этаптың маҡсаттары Президенттың ағымдағы йылдың 7 майҙағы Указында асыҡтан-асыҡ яҙылған. Шул маҡсаттарҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн Хөкүмәт булдырылған. Хөкүмәт Указды үтәү буйынса төп эш менән шөғөлләнәсәк тә инде. Әммә ысын уңышҡа ошо ҙур, милли үҫеш маҡсаттарына ирешеү өсөн бөтөн илебеҙ граждандарының тырышлығын берләштергәндә өлгәшеп була. Беҙҙең партия, иң эре партия, күпселектәр партияһы булараҡ, бындай берләшеү төрөнөң үҙәк звеноһы булыр тип ышанам, – тип белдерҙе Премьер-министр. – Указға һалынған илебеҙҙең стратегик өҫтөнлөктәре нәҡ Президентыбыҙ әйткән кеүек үтәлһен – һәр тораҡ пунктында, һәр ҡалала, төбәктә, ауылда тормош яҡшыға табай үҙгәрһен өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Читайте нас: