Юлдаш
+12 °С
Яңгыр
Барлык яңалыклар
Сәясәт
17 Май 2018, 02:00

Ҡытайҙың Цзянси провинцияһы университеттары Башҡортостандың сығарылыш уҡыусыларын саҡыра

Өфөлә Ҡытайҙың Цзянси провинцияһынан рәсми делегацияны ҡаршы алырға әҙерләнәләр. Улар 44,5 миллиондан ашыу кеше йәшәгән төбәктең университеттары менән таныштырған мәғариф күргәҙмәһен килтерә.

Сара 21 майҙа Башҡорт дәүләт педагогия университетының концерт һәм спорт залдарында иртәнге сәғәт 10-дан киске 5-кә ҡәҙәр дауам итә, инеү ирекле.

Ошо уҡ көндә «Башҡортостан һәм Цзянси вуздары араһында хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре» түңәрәк өҫтәлен уҙғарыу, уҡыу йорттары араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу ҡаралған.

Цзянси вәкилдәренең Башҡортостанға сәфәре Волга буйы федераль округында тормошҡа ашырылған «Волга – Янцзы» программаһы сиктәрендә ойошторола.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина


Читайте нас: