Юлдаш
-5 °С
Болытлы
75 лет Победы
Барлык яңалыклар
Сәясәт
17 Май 2018, 02:00

Башҡортостан — оҙон ғүмерлеләр буйынса лидер төбәктәр иҫәбендә

Йөҙ йәште уҙған пенсионерҙарҙың күбеһе Мәскәүҙә һәм Мәскәү өлкәһендә, шулай уҡ Санкт-Петербургта һәм Башҡортостанда йәшәй. Рәсәйҙең Пенсия фонды оҙаҡ йәшәүселәр һаны буйынса алдынғы төбәктәрҙе билдәләне, тип хәбәр итә РИА Новости. Президент Владимир Путин инаугурация көнөндә «Рәсәй Федерацияһының 2024 йылғы осорға тиклемге үҫешенең стратегик бурыстары һәм милли маҡсаттары тураһында» указға ҡул ҡуйҙы, унда уртаса ғүмер оҙайлығын арттырыу — төп бурыстарҙың береһе тип билдәләнгән. Дәүләт башлығы хөкүмәткә 2024 йылға ғүмер оҙайлығын — 78, ә 2030 йылға 80 йәшкә еткереү өсөн саралар күрергә ҡушты.

Ағымдағы айҙа Башҡортостанда юбилейлы тыуған көндәрен билдәләгән 484 йөҙйәшәргә Владимир Путиндан ҡотлау хаттары тапшырыу ҡаралған. Баҡалы, Көйөргәҙе райондарында, Благовещен, Салауат, Туймазы ҡалаларында йәшәгән биш ветеран бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй, 55 кешегә 95 йәш тула, ә 424-е 90 йәшкә аяҡ баҫа, тип асыҡлыҡ индерҙеләр Рәсәй Пенсия фондының төбәк бүлексәһендә.

Әлеге көндә Рәсәйҙә иң өлкән пенсионер Чечняла йәшәй. Уға 128 йәш, ҡатын 1889 йылдың 1 июнендә донъяға килгән. Хәҙер илебеҙҙә 110 йәштән өлкән 37 кеше бар, уларҙың һәммәһе лә тиерлек Ҡабарҙа-Балҡарҙа, Чечняла, Дағстанда һәм Ингушетияла ғүмер кисерә.

2017 йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙә уртаса ғүмер оҙайлығы — 72,6 йәш, Мәскәүҙә иһә ул 80 йәшкә етеп бара. Шуның менән бергә илдә йөҙ йәште уҙған ете меңдән ашыу кеше иҫәпләнә.

Алдағы ете-һигеҙ йылда оҙон ғүмерлеләр һаны артыр тип күҙаллана.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева


Читайте нас в