Юлдаш
+21 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Сәясәт
14 Май 2018, 02:00

Константин Толкачев Рәсәй парламенттары башлыҡтары медиарейтингында тәүге унау иҫәбенә инде

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев 2018 йылдың апрель йомғаҡтары буйынса Рәсәй Федерацияһы субъекттарының закон сығарыу органдары башлыҡтары медиарейтингында 9-сы урынды биләне. Константин Толкачев Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡырым, Татарстан, Чечня, Кемерово, Иркустк, Мәскәү өлкәләрендәге коллегаларынан ғына ҡалышып, Рәсәйҙәге барлыҡ төбәктәрҙең парламент етәкселәрен уҙып китте. Волга буйы федераль округында Константин Толкачев икенсе позицияла килә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәтенән.

Медиарейтинг тураһында мәғлүмәттәрҙе 2003 йылдан алып рейтинг тикшереүҙәре менән шөғөлләнгән «Медиалогия» компанияһы баҫтырып сығарған. Әлеге мәлдә компания киң мәғлүмәт сараларын күҙәтеү һәм анализлауҙа лидер һанала. Рейтинг «Медиалогия» системаһының киң мәғлүмәттәр базаһына ярашлы төҙөлгән. Ул 44 500-гә яҡын сығанаҡты: ТВ, радио, газет-журналдар, мәғлүмәт агентлыҡтары, интернеттағы киң мәғлүмәт сараларын үҙ эсенә ала.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева
Читайте нас: