Юлдаш
+22 °С
Ачык
Барлык яңалыклар
Сәясәт
18 апрель 2018, 02:00

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағында Стратегик комитет ойоштороласаҡ

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағында яңы координация органы — Стратегик комитет ойоштороу күҙаллана.

Республика Хөкүмәте ултырышында Премьер-министр урынбаҫары — ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Евгений Гурьев хәбәр итеүенсә, проекттың төп маҡсаты — ведомство-ара коллегиаль орган структураларын оптималләштереү һәм Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләләрендә комплекслы алым булдырыу.

Стратегик комитет бурыстарына стратегик планлаштырыу, прогноз яһау, бюджетты күҙаллау һәм республиканың йылдам социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеү өлкәһе эшмәкәрлеге инәсәк.

Бынан тыш, 2030 йылға тиклем Үҫеш стратегияһын һәм 2018 йылға республиканың комплекслы йылдам социаль-иҡтисади үҫеш планын ғәмәлгә ашырыу буйынса саралар планын әҙерләү комитеттың төп бурыстарына керә, тип өҫтәнеләр төбәктең Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Стратегик комитетта Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, бер төркөм федераль башҡарма власть органдарының территориаль структуралары һәм республика предприятиелары вәкилдәре буласаҡ.

Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы һәм Финанс министрлығы Комитет эшмәкәрлеген ойоштороуҙы үҙ өҫтөнә аласаҡ.


«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева

Читайте нас: