Юлдаш
+13 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Милли проект
25 гыйнвар 2021, 18:45

Республика һөнәрселәренең эштәрен «Оҫталар йәрминкәһе» электрон платформаһында ҡарарға мөмкин

Башҡортостан һөнәрселәренең эштәрен «Оҫталар йәрминкәһе» электрон платформаһында ҡарарға мөмкин, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетынан.

Башҡортостан һөнәрселәренең эштәрен «Оҫталар йәрминкәһе» электрон платформаһында ҡарарға мөмкин, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетынан.

Оҫталарҙан һәм һөнәрселәрҙән изделиеларҙы «Оҫталар йәрминкәһе» платформаһына урынлаштырыу буйынса дәүләт ярҙамын алыу өсөн ғаризалар Башҡортостандың Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү агентлығының Халыҡ-художество кәсептәре үҙәгендә ҡабул ителә.

«Маҡсат – Башҡортостан һөнәрселәренең тауарҙарын яңы һатыу баҙарына яҡынайтыу һәм популярлаштырыу», — тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының матбуғат секретары Илгизәр Санъяров, шулай уҡ бәләкәй һәм урта предприятиеларға булышлыҡ итеү буйынса милли проект сиктәрендә эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтелеүен өҫтәне.

Ғаризалар [email protected] электрон почтаһына 2021 йылдың 1 февраленә тиклем ҡабул ителә. Консультацияны 8(347)292-77-45 телефоны буйынса алырға мөмкин.

Хәҙерге көндә 100 меңдән ашыу һөнәрсе «Оҫталар йәрминкәһе» электрон платформаһында үҙҙәренең үҙенсәлекле әйберҙәрен һатыу менән шөғөлләнә.

Ай һайын ошо электрон платформаға 8 миллиондан ашыу һатып алыусы килә.

Читайте нас: