Юлдаш
+8 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
мәдәният
3 март 2020, 17:50

Өфөлә «Бейеүсе торналар» фонтаны Бөтә донъя фольклориадаһы алдынан асыла

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Бейеүсе торналар» скульптура композицияһын ҡарап сыҡты.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Бейеүсе торналар» скульптура композицияһын ҡарап сыҡты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, композиция баш ҡаланың Орджоникидзе районындағы «Имәндәр» скверында ҡуйыла. Арт-проект ошо көндәрҙә үткәрелгән «Транспорт сәғәте»ндә тикшерелде.

Өфө мэры Өлфәт Мостафин хәбәр итеүенсә, фонтан Бөтә донъя фольклориадаһының төп саралары башланыуға эшләй башлай.

Проектҡа ярашлы, ул заманса итеп төҙөлә. Өфөләрҙең яратҡан торналар скульптураһын реставрациялау һәм уны Октябрь проспектынан яҡшы күренһен өсөн фонтандың уртаһына ҡуйыу күҙаллана.

Читайте нас: