Юлдаш
+8 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
мәдәният
25 июль 2019, 02:00

Башҡортостандан йәш музыкант «Таврида» форумы грантын отҡан

Өфөнән 28 йәшлек музыкант Наил Тимербаев «Таврида 5.0» йәш мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре форумында 100 мең һум күләмендә грант отҡан. Башҡорт дәүләт педагогия университетының элекке студенты «#ЭтноПлатформа» проектын тәҡдим иткән.
«Рәсәй – күп милләтле ил. Беҙҙә 180-дән ашыу милләт йәшәй. Әммә күп кенә халыҡтар үҙҙәренең милли үҙенсәлеген юғалта башлау проблемаһы бар. «ЭтноПлатформа» — ул Рәсәй халыҡтарының этно-ҡоралдарын популярлаштырыу маҡсатында бер командала эшләйәсәк йәш һәләтле музыканттар өсөн платформа», — тип аңлатты Наил.
«Таврида»ның 10-сы сменаһы еңеүсеһе үҙе башҡортса текст менән бейеү көйҙәрен яҙа.
Конкурста бөтәһе 68 проект тәҡдим ителә – уларҙың 23-ө еңеүселәр исемлегенә инә.
Билдәләп үтергә кәрәк, Башҡортостандың тағы ла бер вәкиле Валерия Бикмурзина Иосиф Кобзон исемендәге «Ҡыҙыл ҡәнәфер» милли патриотик йыр фестиваль-конкурсына һайлауҙа үтте.
Быға тиклем «Башинформ» агентлығы Ҡырым форумында «Мәҙәни медиаағым»дың өсөнсө сменаһында Башҡортостанда йәшәүсе Наҙгөл Ғәлиева 300 мең һум күләмендәге грантҡа эйә булды тип хәбәр иткәйне.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы


Читайте нас: