Юлдаш
+16 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
мәдәният
5 июнь 2019, 02:00

Башҡортостанда лагерҙа булған фажиғәнән һуң балалар ялын ойоштороуҙы өйрәнә башлайҙар

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышында Бөрө районындағы лагерҙа булған фажиғәнән һуң балалар ялының хәүефһеҙлеген һәм сифатын күтәреү буйынса эшсе төркөм булдырыла.

Ғәҙәттән тыш хәл 3 июндә «Аҡсарлаҡ» балалар лагерында теркәлгән. Бөрө мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһына флагты күтәреп ҡуя торған ҡолға килеп төшкән. Үҫмер үлгән. Башҡортостан прокуратураһы тикшереү башлаған.

«Был хәл, әлбиттә, айырым тикшереү предметына әүерелде, һығымталар яһалыр, ғәйеплеләр табылыр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кешене кире ҡайтарып булмай. Ата-әсәһенең, туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам», — тине республика парламенты спикеры Константин Толкачев.

Дәүләт Йыйылышы рәйесе билдәләүенсә, балалар ялын ойошторғанда тәү сиратта хәүефһеҙлек 100% тәьмин ителергә тейеш, ә Бөрө районындағы күңелһеҙ хәл был мәсьәләләргә тейешенсә иғтибар бүленмәүен күрһәтте.

«Лагерҙарҙың күпселеге — Советтар Союзы мираҫы, үткән быуаттың 50-70-се йылдарында төҙөлгән биналар. Шул ваҡыттан алып күп нәмә, шул иҫәптән ялды ойоштороуға, көнкүреш шарттарына талаптар үҙгәрҙе. Шуға бәйле бөтә депутаттарға үтенесем бар: үҙегеҙҙең һайлау округтарында йәйгеһен балалар ялын ойоштороуға, хәүефһеҙлек, туҡланыу мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүлергә. Бынан тыш, Дәүләт Йыйылышында ошо мәсьәләгә төшөнөргә һәм балалар ялын хәҙерге талаптар кимәленә сығарырға мөмкинлек биргән тәҡдимдәр әҙерләргә тейешле төркөм ойошторола».


«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова


Читайте нас: