Юлдаш
+13 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
мәдәният
3 июнь 2019, 02:00

Ҡазанда «Науруз» фестивале Башҡорт театрының «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле менән асылды

Ҡазанда төрки халыҡтарының XIV «Науруз» халыҡ-ара театр фестивале Башҡорт драма театрының «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле менән асылды.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле — Гүзәл Яхинаның «Зөләйха күҙҙәрен аса» романын сәхнәлә уҡыған өсөн» «Алтын битлек» драма театры һәм ҡурсаҡ театры жюрийының беренсе махсус премияһына лайыҡ. Спектакль яҙ көнө театрҙың гастролдәре ваҡытында ҡазандарға күрһәтелде, ул тамашасылар араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Был юлы ла Ғ.Камал исемендәге Татар академия театры сәхнәһендә Гүзәл Яхинаның шау-шыу тыуҙырған романы буйынса спектакль (инсценировка авторы – Ярослава Пулинович) аншлаг менән үтте, тип хәбәр итә актерҙар. Камал театры фойеһында Башҡорт драма театрының баш рәссамы Альберт Нестеровтың күргәҙмәһе эшләй.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл «Науруз» фестивале башҡорт театрына арналған. Фестивалде асыу тантанаһында Роберт Юлдашев етәкселегендәге «Ҡурайсы» төркөмө сығыш яһаны.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева

Читайте нас: