23 мартта Өфөләге «Башҡортостан» дәүләт концерт залында республика ойошторолоуҙың 100 йыллығына «Башҡортостан тураһында поэма» исемле тантаналы концерт була. Әле сараға әҙерлек бара. Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һөйләүенсә, концерт шиғри формала төҙөлә һәм бер нисә блоктан тора. Лазер шоуы һәм Башҡортостан тураһында ролик күрһәтеү күҙаллана.
Концертта Ф.Ғәскәров исемендәге ансамбль, «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле, Башҡорт опера һәм балет театры солистары, Милли симфоник оркестр, Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры, Дәүләт академия хор капеллаһы, Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһенең бейеү театры, Нефтекама дәүләт филармонияһы сығыш яһай. Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтар, Алһыу Сафина, Роберт Юлдашев, Радик Юлъяҡшин, «Голос» шоуы финалсылары Рушана Вәлиева, Наҙгөл Отузова тантаналы сарала ҡатнашыуҙарын раҫланы.