Юлдаш
+13 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
мәдәният
11 февраль 2019, 02:00

Ырымбурҙа Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәренә старт бирелде

Ырымбурҙа Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәренә старт бирелде. 8 февралдә бында «Карауанһарай» Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы» йәмәғәт хәрәкәте ултырышы һәм Сибай дәүләт филармонияһы концерты уҙҙы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 1917 йылдың 16 ноябрендә Ырымбурҙа Совет хөкүмәтенең 1919 йылдың 20 мартындағы рәсми килешеүе менән раҫланған Башҡорт автономияһы иғлан ителде.

Ҡоролтайҙың башҡарма комитеты Айгөл Шәрәфетдинова хәбәр итеүенсә, тантаналы ултырышта Башҡорт Автономиялы Республикаһының үҫеш тарихы, Башҡорт Хөкүмәтенең Ырымбурҙағы эшмәкәрлеге һәм Ырымбур ерендә тыуып үҫкәндәрҙең башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашыуы хаҡында һүҙ барҙы. Ырымбур дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы Фәрит Нәҙершин, Башҡорт дәүләт университеты доценты Нурислам Ҡалмантаев, Башҡортостан Милли архивының бүлек етәксеһе Азат Ярмуллин һәм башҡалар доклад менән сығыш яһаны. Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлеге тураһында уның етәксеһе Йәғәфәр Яманһарин таныштырҙы. «Карауанһарай» башҡорт гәзите мөхәррире Салауат Аҡдәүләтов Ырымбурҙа туған телде һаҡлауҙа башҡорт баҫмаһының роле тураһында һөйләне.

Киңәйтелгән ултырыш V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ҡатнашыу өсөн делегаттар билдәләү менән тамамланды. Съезда Ырымбур башҡорттарын 16 кеше күрһәтә, уларҙың 40 проценты – йәштәр.

Ырымбур өлкәһе хакимиәтенең Эске сәйәсәт идаралығы етәксеһе Базаргалей Ермеков, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаты Гөлнур Ҡолһарина сараның ҡунаҡтары булды. Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев Ырымбур өлкәһе хакимиәте вәкиленә ҡурай бүләк итте.

Ултырышты Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Данир Ғәйнуллин алып барҙы. Ул ойошманың проекттары хаҡында һөйләне һәм ырымбурҙарҙы «Башҡортостан Республикаһы дәүләтселегенең барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше: 100 шәхес» проектына әүҙемерәк ҡушылырға, Ырымбур ерендә тыуып үҫкән күренекле шәхестәрҙең исемдәрен мәңгеләштереү өҫтөндә эшләргә, шулай уҡ Башҡорт халҡын үҫтереү стратегияһын булдырыуҙа ҡатнашырға саҡырҙы.

«Барыбыҙ өсөн дә мөһим булған тағы бер ваҡиға – ағымдағы йылдың апреленә билдәләнгән Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезы. Уның маҡсаты – республикала, Рәсәйҙең башҡорт халҡы тығыҙ йәшәгән төбәктәре мәктәптәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының эшмәкәрлеген популярлаштырыу, уның абруйын күтәреү», – тине Данир Ғәйнуллин.

Төбәктә ижади коллективтар әүҙем эшләй. Улар – Ырымбурҙа «Туҡсоран», Красногвардейский районында – «Таң йондоҙо», Орскиҙа – «Ләйсән», Александровка районында – «Хазина», Новосергиевский районында – «Йәшлек» һәм башҡалар. Ҡоролтай етәксеһе уларға башҡорт костюмдарын һатып алыуҙа мөмкин булғанса ярҙам күрһәтеләсәген әйтте.

Башҡортостан ойошторолоуҙың 100 йыллығын байрам итеү барышында Рәсәй Федерацияһы субъекттарында Мәҙәниәт һәм мәғариф көндәрен уҙғарыу халыҡ-ара проектын һигеҙ төбәктә, Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында тормошҡа ашырыу күҙаллана.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева

Читайте нас: