Юлдаш
-4 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
мәдәният
14 декабрь 2018, 02:00

Башҡорт драма театры үлемһеҙлек тураһында ҡобайыр — «Урал Батыр» эпосын сәхнәләштерҙе

Өфөлә башҡорт халҡының «Урал Батыр» эпосы сәхнәләштерелде. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры спектакле Рәсәйҙә Театр йылын асты.

Спектаклдең авторы булып танылған яҡут режиссеры — Рәсәйҙең халыҡ артисы, СССР, Рәсәй һәм Саха (Яҡутстан) дәүләт премиялары лауреаты Андрей Борисов сығыш яһаны. Бынан алдағы йылдарҙа ул яҡуттарҙың «Олонхо», алтайҙарҙың «Маадай Кара» эпостарын сәхнәләштерҙе, ҡырғыҙҙарҙың «Манас»ын ҡуйырға тигән уйы ла бар. «Урал Батыр» башҡорт сәхнәһендә милли эпостың яңы кәүҙәләнеше булды. Был — республиканың 100 йыллығына арналған Евразия проекты.

Спектаклдең жанры үлемһеҙлек тураһында ҡобайыр тип билдәләнгән. Бында изгелек менән яуызлыҡ, власть менән халыҡ араһындағы көрәш кеүек темалар менән бер рәттән ошо мәңгелек тема төп урынды биләй. Тәбиғәт, халыҡ һәм ҡурай үлемһеҙгә әүерелә, был төшөнсәләрҙең һынланышы һәм билдәһе булып тылсымлы таяҡ тора.

Михаил Егоровтың сәхнә биҙәлеше тамашасыны эпик координаталар системаһына сумдыра. Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Урал Иҙелбаев яҙған музыка спектаклдә сағыу тасуирлау сараһы булып тора.

Спектаклдә бөтә труппа тиерлек ҡатнаша, һәр ролгә бер актер билдәләнгән, дублерҙар юҡ. Төп Урал батыр роле Башҡорт театрының иң сағыу актерҙарының береһе, М.С.Щепкин исемендәге Юғары Театр училищеһын тамамлаған Ш.Бабич исемендәге премия лауреаты Ринат Баймырҙин өсөн ижади уңыш булды. Популяр актер Руслан Хайсаров Шүлгән образы өсөн ҡыҙыҡлы буяуҙар таба. Ҙур ваҡыт арауығын үҙ эсенә алған хикәйәттә төрлө йәштәге персонаждарҙы төрлө актерҙар уйнай. Урал менән Шүлгәндең малай сағын йәш артистар Илназар Әхмәтйәнов менән Ислам Суфиянов күрһәтә. Йәш Йәнбирҙе менән Йәнбикә — Айҙар Шәмсетдинов, Рәзифә Динмөхәмәтова, өлкәнәйгәс — Башҡортостандың халыҡ артисы Минзәлә Хәйруллина, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәким Мортазин. Эпосты һөйләүсе булып Сәсән — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәғиҙула Байегет сығыш яһай.

Башҡорт халҡының «Урал Батыр» эпосы — рухи мәҙәниәт ҡомартҡыһы, башҡорттарҙың фольклор һәм әҙәби мираҫында шиғыр формаһындағы иң ҙур эпик әҫәре. Ул донъя халыҡтары эпик мираҫы ҡомартҡылары араһында лайыҡлы урын биләй.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева

Читайте нас: