Өфөлә йәнә «Йөрәк һүҙе» шиғри бәйгеһе ойошторола. Шарт буйынса унда башҡорт телендә шиғыр һөйләүселәр дуэты ҡатнаша. Финал Башҡорт опера һәм балет театрында 17 декабргә билдәләнгән.
Еңеүсе дуэт, 2017 йылдағы кеүек үк, автомобиль менән бүләкләнә, тип хәбәр итте проект етәксеһе һәм сценарий авторы Наилә Сәфәрғолова. Сәхнәлә танылған шағирҙар һәм актерҙар, музыканттар һәм журналистар, шиғриәт һөйөүселәр көс һынаша. Күптәре — ғаилә дуэттары. Ун ике пар финалсы араһында — билдәле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре күп: сәсәниә Розалиә Солтангәрәева һәм уның улы, скрипкасы Илшат Мөслимов, телевидение алып барыусылары Земфира һәм Гүзәл Байбулдиналар, Башҡорт драма театры актерҙары Гөлназ һәм Руслан Хайсаровтар, яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов, шағир Фәнил Бүләков, актриса Гөлбинә Сафуанова. «Ошо проект минең өсөн ысын мәғәнәһендә йөрәктән сыҡҡан һүҙ булды. Был әлеге көндә республикабыҙҙағы һәм күп милләтле Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендәге иң киҫкен проблемаға — туған телдәрҙе өйрәнеү, һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләһенә яуабым ул, — ти Наилә Сәфәрғолова. — Беҙҙең проект — йәмғиәтте борсоған проблемалар яңғыраған, йөрәк менән йөрәк һөйләшкән халыҡ трибунаһы тип тә әйтергә мөмкин».
Ойоштороусылар һүҙҙәренсә, шиғри бәйге элекке форматта уҙа, ләкин сәхнә биҙәлеше һәм сценарий — яңы. Проекттың ижади төркөмө — рәссам Альберт Нестеров, режиссер Сулпан Асҡарова, композитор Илшат Яхин, видеобиҙәлеш рәссамы Фәрхәд Ихсанов, видеомонтаж инженеры Әлфиә Арыҫланова. Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән һәм сит илдәрҙән ҡунаҡтарҙың килеүе көтөлә.
«Республиканың байтаҡ ауылдарында, райондарында ошондай саралар уҙҙы һәм әле лә бара. Проекттың бөтә сығарылыштары, ә уларҙың һаны 200-ҙән ашты, дөйөм белем биреү мәктәптәрендә һәм китапханаларҙа методик ҡулланма итеп файҙаланыла, — тине Наилә Сәфәрғолова. — Тимәк, проект эшләй һәм маҡсаттарына яуап бирә — туған башҡорт телебеҙҙе пропагандалауға һәм популярлаштырыуға үҙ өлөшөн индерә».
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева