Юлдаш
+16 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
мәдәният
3 октябрь 2018, 02:00

Өфөлә «Башҡортостан гүзәле» матурлыҡ һәм йолалар конкурсына кастинг уҙа

Өфөлә «Башҡортостан гүзәле» матурлыҡ һәм йолалар республика конкурсына кастинг уҙғарыла. Конкурста 16-нан 30 йәшкәсә кейәүгә сыҡмаған һылыуҙар, кейәүҙәге ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнаша ала.

Кастинг 14 октябрҙә киске сәғәт 8-ҙә ойошторола. Адресы: Яңы күпер урамы, 4а, 2-се ҡат. Финал «Башҡортостан» дәүләт концерт залында 6 ноябргә билдәләнгән.

«Конкурста ҡатнашыусыларға төп талаптар: тасуири телмәр, экранда үҙеңде тота белеү, тәбиғи матурлыҡ һәм һөйкөмлөлөк, зифа буй-һын; йолаларҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе белеү; сәхнә мәҙәниәте; 16-30 йәш», — тип хәбәр итте конкурсты ойоштороусы Айгөл Үтәгәнова.

Һайлап алыу турында һәр ҡыҙ визитка (ҡыҫҡаса үҙе менән таныштырыу), портфолио һәм ижади конкурсҡа номер (бейеү, йыр/таҡмаҡ, актерлыҡ этюды) әҙерләргә тейеш. Жюри ағзалары өҫтәмә һорауҙар биреүе мөмкин.

Конкурсты ойоштороусы — «Берҙәм Рәсәй»ҙең Башҡортостан төбәк бүлексәһе булышлығында «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте» ҡатын-ҡыҙҙың абруйын күтәреү һәм уның йәмғитттәге ролен әүҙемләштереү төбәк йәмәғәт ойошмаһы, «Һомай» театр-дефилеһы». Бәйләнеш өсөн телефон: 8-937-169-14-84.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева

Читайте нас: