Юлдаш
+2 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
мәдәният
27 сентябрь 2018, 02:00

Өфөлә «Салауат юлдары буйлап» фильмының премьераһы булды

Өфөлә 26 сентябрҙә, Салауат Юлаевтың вафаты көнөндә, «Салауат юлдары буйлап» фильмының күптән көтөлгән премьераһы уҙҙы. Был кистә башҡорт халҡының милли батырының исеме «Родина» кинотеатрында респулика интеллигенцияһын берләштерҙе.

Документаль фильм Өфө — Палдиски киноэкспедицияһы һөҙөмтәһе булды. Маршрут Салауат Юлаевтың һәм уның атаһы Юлай Аҙналиндың 18 быуаттағы Пугачев ихтилалы баҫтырылғандан һуң һөргөнгә юлын ҡабатланы. Өс аҙна эсендә экспедиция ике яҡҡа ла 5 мең саҡрым юл үтте, Рәсәйҙең һәм Эстонияның 12 ҡалаһында булды.

Һәр ҡалала экспедиция ағзалары урындағы тарихсылар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр һәм яҡташтары менән осрашты, каторжандар булған урындарға барҙы һәм кино ҡарау кисәләре ойошторҙо.

Фильмдың йөкмәткеһен ике һыҙат— экспедицияның документаль юл киноһы һәм Салауаттың атаһы менән фәлсәфәүи диалогтары тәшкил итә. Ролдәрҙе Башҡорт театры актерҙары уйнай: Салауат — Морат Рафиҡов, Юлай – Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Ғүмәров. Геройҙар халыҡтың яҙмышы, көрәш һәм рухи еңеү хаҡында фекер йөрөтә. Был әңгәмәләр көн һайын милләттең киләсәге, туған телдәрҙе һаҡлау тураһында һөйләшеүҙәр алып барылған бөгөнгө көндә лә бик көнүҙәк.

«Салауат юлдары буйлап» документаль фильмын төшөрөү милли батырҙың тыуған төйәгенән — Башҡортостандың Салауат районынан башланды. Янсыҡтарға Салауат Юлаевтың тыуған ауылы — карателдәр яндырған Тәкәй еренән тупраҡ алынды. Экспедиция ағзалары был янсыҡтарҙы тыуған төйәгенән алыҫта йәшәгән яҡташтарыбыҙға иң ҡәҙерле бүләк итеп бирҙе.

Сәйәхәт 30 майҙа С.Юлаев майҙанынан башланды. Сәфәр барышында каторжандарҙы алып барған тракт, С.Юлаевтың һәм уның атаһы Ю.Аҙналиндың Рогервик ҡәлғәһендә үткәргән йылдары тураһында үҙенсәлекле факттар йыйылды. Экспедицияла ҡатнашыусылар уникаль архив документтарын үҙ күҙҙәре менән күрҙе. 16 июнде — милли геройҙың тыуған көнөн ижади төркөм Палдискиҙа ҡаршы алды һәм Салауат бюсына сәскә һалды.

Премьера алдынан киң мәҙәни сара ойошторолдо. Тамашасылар презентацияға экспедиция ҡалалары исемдәре яҙылған ҡыҙыл келәмдән үтте. Экранда «Илебеҙ кинематографияһында Салауат образы» тигән видеоролик күрһәтелде. «Китап» нәшриәтенең, Ә.Вәлиди исемендәге Милли китапхананың, «Самрау» нәшриәтенең күргәҙмә-һатыуҙары ойошторолдо. «Урман» ҡурайсылар ансамбле сығыш яһаны. Башҡорт шағирәләре Зөлфиә Ханнанова, Лариса Абдуллина, Тәнзилә Дәүләтбирҙина үҙҙәренең Салауат тураһында шиғырҙарын уҡыны. З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты студенттары Салауат Юлаев тураһында шиғри композиция башҡарҙы.

Фильмды ҡарар алдынан Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Фаил Абдраҡов. Башҡортостан Кинематографистар союзы рәйесе, идея авторы һәм проект етәксеһе Фәрит Ғәбитов, фильм режиссеры Таңсулпан Бураҡаева, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов сығыш яһаны.

Тамашасылар ижади төркөм ағзаларын да күрҙе. Улар – тарихи консультант, филология фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университеты профессоры Мирас Иҙелбаев, сценарий авторы Зөһрә Бураҡаева, ҡуйыусы оператор Илсур Ишаев, тауыш режиссеры Роман Пожидаев, композитор Урал Иҙелбаев, картина директоры Гөлфиә Шәрипова һәм башҡалар.

Проект Президент гранттары фондының граждандар йәмғиәтен үҫтереү өсөн Рәсәй Федерацияһы Президенты грантына тормошҡа ашырылды. Грант алыусы – Башҡортостан Кинематографистар союзы.

Читайте нас: