Юлдаш
-4 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
мәдәният
26 сентябрь 2018, 02:00

Өфөлә Шаляпин конкурсы тарихында тәүге Гран-при яулаусы иғлан ителде

Өфөлә Федор Шаляпин исемендәге II Халыҡ-ара вокалсылар конкурсы еңеүселәрен иғлан иттеләр.

Конкурс тарихында тәүгә төп бүләк (2016 йылда тәүге конкурста бирелмәне) бирелде. Гран-приҙы – статуэтка һәм 350 мең һумды Грузия басы Годердзи Джанелидзегә жюри рәйесе – Башҡортостандың халыҡ артисы, Мариин театры солисы Асҡар Абдразаҡов тапшырҙы.

Годердзи Джанелидзе беренсе турҙан Өфө тамашаһын көслө матур тауышы, ҙур артист оҫталығы һәм һөйкөмлөгө менән арбап алды. Өфөләр йырсыға тамашасы һөйөүе призын да бирҙе. Йырсы бөйөк рус басы исемен йөрөткән конкурста еңеүе уның өсөн ҙур хөрмәт булыуын билдәләне һәм өс йыл Ҙур театрҙа эшләгәндән һуң ошо миҙгелдән Мариин театры (Санкт-Петербург) солисы булыуын асыҡлап үтте.

«Рәхмәт, Өфө! Бик матур ҡала, уның халҡы ныҡ йылы ҡабул итте, театр үҙе матур!» — тип рәхмәт әйтте Годердзи Джанелидзе.

Еңеүселәрҙе Башҡорт опера һәм балет театрының Греция залында бүләкләнеләр.

«Ошонан алып ҡатнашыусыларҙың ижади тормошо Өфө, Шаляпин менән бәйле тарихи урын рухын һулаған бик шәп Шаляпин залы менән бәйле була. Республикабыҙҙы, Өфөнө данлап, һеҙ беҙҙең өсөн Башҡортостанда тыуғандар кеүек булаһығыҙ», — тине бүләкләү тантанаһында мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.

Башҡорт операһы генераль директоры Илмар Әлмөхәмәтов конкурс финалсыларын «Шаляпин ҡошсоҡтары» тип атаны һәм шулай уҡ уларҙың ижади тыумыштары Өфө менән бәйле булыуын онотмаҫҡа саҡырҙы.

«Жюри берҙәм тауыш менән ҡарар ҡабул итте. Конкурстың икенсе, оркестр туры беҙгә кем Гран-приға, икенсе, өсөнсө премияларға лайыҡ булыуын аңларға мөмкинлек бирҙе, — тип таныны Асҡар Абдразаҡов. — Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беренсе премия бирелмәне. Ир-егеттәр был юлы көслөрәк булып сыҡты һәм ул яҡшы, сөнки был тәү сиратта ир-егеттәрҙең бас конкурсы».

Театрҙың ҙур залында «Өфөлә Шаляпин кисәләре» XVI Халыҡ-ара фестиваленең гала-концерты уҙҙы.

Жюри ҡарары буйынса беренсе урын бирелмәне. Башҡа наградалар түбәндәге тәртиптә бүленде.

Дипломанттар:

Рим Рәхимов, Рәсәй, Өфө

Наргиз Сатмухамбетова, Ҡаҙағстан, Астана

III премия:

Салауат Кейекбаев, Рәсәй, Өфө

Иҙел Аралбаев, Рәсәй, Өфө

Михаил Меньшиков, Рәсәй, Мәскәү

Регина Звегинцева, Рәсәй, Өфө

II премия:

Шодияров, Үзбәкстан, Сәмәрҡән

Евгений Севастьянов, Рәсәй, Красноярск

Гүлдана Алдадосова, Ҡаҙағстан, Астана

«Өмөт» махсус бүләге: Дарья Иванова, Рәсәй, Төмән

С.Рахманиновтың романсын иң яҡшы башҡарыу өсөн махсус бүләк: Евгений Севастьянов, Рәсәй, Красноярск

Елены Образцованың Халыҡ-ара Музыка академияһының махсус бүләге: Марина Кипинган, Рәсәй, Санкт-Петербург.

2 турҙа ҡатнашыусыларҙың ҡалғандары дипломдар менән бүләкләнде

«Иң яҡшы концертмейстер» дипломы менән Валентина Галинченко, Маргарита Шавырова, Марат Ғөбәйҙуллин һәм Елена Федоренко бүләкләнде.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева

Читайте нас: