Юлдаш
-4 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
мәдәният
3 сентябрь 2018, 02:00

Ҡазан мосолман киноһы фестивалендә Кирстен Гайнеттың фильмын һәм төп ролдә Нурия Ирсаева уйнаған картинаны күрһәтәләр

Кирстен Гайнеттың «О чем грустит наш дом» фильмын Ҡазан халыҡ-ара мосолман киноһы фестивалендә күрһәтәләр.

Картинаны 4 сентябрҙә «Ривьера» комплексында ҡарарға мөмкин. Ҡыҫҡа метражлы документаль фильм 2018 йылда төшөрөлгән. Кирстен Гайнет (Ғәйнетдинова) — режиссер, продюсер һәм оператор. Башҡортостандың Белорет районында тыуған, әле Истанбулда йәшәй.

Ҡазан халыҡ-ара мосолман киноһы фестивале Татарстандың баш ҡалаһында 4-10 сентябрҙә уҙа. Фестивалдә Рәсәй, Азербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Египет, Испания, Италия, Иран, АҠШ, Төркиә, Тажикстан, Үзбәкстан, Япония һәм башҡа илдәрҙән эштәр ҡатнаша. Фестиваль барышында Ирина Алферова менән осрашыу була, тип хәбәр итә «Татар-информ». Шулай уҡ Египет киноһы көндәре, Швейцария көнсығыш кино фестивале, Дини кино фестивале, танылған актерҙар менән осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре һәм башҡа саралар ҡаралған.

Төп ролде М.Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрының легендар актрисаһы, Рәсәйҙең, Башҡортостандың халыҡ артисы, Татарстандың атҡаҙанған артисы Нурия Ирсаева башҡарған Леонид Белозоровичтың «Двое на голой земле» нәфис фильмын күрһәтеү фестивалдең ҡыҙыҡлы ваҡиғаһы буласаҡ. Төрөк киноһы ассоциацияһының Башҡортостандағы координаторы Зөһрә Бураҡаева һүҙҙәренсә, был фильмды Башҡортостан Кинематографистар союзы тәҡдим иткән.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Апралбаева

Читайте нас: