Юлдаш
-29 °С
Болытлы
75 лет Победы
Барлык яңалыклар
мәдәният
28 август 2018, 02:00

Башҡорт ҡурайсыһы Азат Биксурин Мәскәүҙә «Алтын көҙ-2018» ҡаҙаҡ мәҙәниәте фестивале лауреаты булды

Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы ҡурайсыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Азат Биксурин Мәскәүҙә «Алтын көҙ-2018» ҡаҙаҡ мәҙәниәте фестивале барышында инструменталь музыка конкурсында беренсе премия лауреаты булды.

Проект Рәсәй Федерацияһы Президентының гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән гранты булышлығында уҙа. 2012 йылдан алып фестивалде «Мурагер» Мәскәү ҡаҙаҡ мәҙәниәте йәмғиәте» төбәк йәмәғәт ойошмаһы үткәрә.

Алты йыл эсендә фестиваль Рәсәй төбәктәрендә генә түгел, сит илдәрҙә лә йәштәр, мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениелары, диаспора вәкилдәре, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, эксперттар, ғалимдар, уҡытыусылар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, этнографтар, фольклор коллективтары етәкселәре, халыҡ кәсептәре һәм һөнәрҙәре оҫталары, милли ижади һәм мәҙәни берекмәләр вәкилдәре араһында популярлыҡ яулап өлгөрҙө.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева

Читайте нас в