25 августа Башҡортостанда «Диско-төн» республика йәштәр акцияһы уҙғарыла.
Йолаға әүерелгән акцияла республика ҡала һәм райондарының барлыҡ мәҙәни-ял учреждениелары ҡатнаша. Сара ябыҡ биналарҙа ла, асыҡ майҙансыҡтарҙа ла була.
Йәштәр акцияһында диджейҙар, бейеүселәр һәм 16 йәше тулған һәр кем ҡатнаша ала. «Диско-төн»дә флешмобтар, викториналар һәм төрлө конкурстар ойошторола.
Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат секретары Әлфинә Йәһүҙина хәбәр итеүенсә, Өфөлә Диско-төн акцияһын 8 сентябрҙә Салауат Юлаев майҙанында «Сәләм, студент!» акцияһы йомғаҡлай. Мәҙәни-күңел асыу программаһын «Юлдаш» радиоһы ойоштора. Сара барышында Республика халыҡ ижады үҙәгенән һәм «Юлдаш» радиоһынан иҫтәлекле бүләктәр һәм приздар уйнатыла.
Акцияны ойоштороусылар — Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Башҡортостандың муниципаль район һәм ҡала берәмектәре хакимиәттәре.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева