Юлдаш
+8 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
мәдәният
13 август 2018, 02:00

Мостай Кәримдең 100 йыллығына уның тормошо һәм ижады тураһында документаль фильм төшөрөлә

Мостай Кәримдең 100 йыллығына уның тормошо һәм ижады тураһында документаль фильм төшөрөлә. Проект өҫтөндә М.Кәрим исемендәге фонд булышлығында «Оҫтахана» кинокомпанияһы (Мәскәү) эшләй. Әлегә уның исеме — «Мостай Кәрим. Тормошо һәм яҙмышы».

«Беҙҙең фильм — башҡорт яҙыусыһы Мостай Кәрим, уның тормошо һәм ижады хаҡында. Беҙ хәҙерге китап уҡыусыларҙа әҙиптең мираҫына ҡыҙыҡһыныу тыуҙырырға теләр инек. Уның менән таныш булған кешеләрҙән, дуҫтарының балаларынан интервью алабыҙ. Келәштә һәм Өфөлә төшөрҙөк тә инде», — тип хәбәр итте кинокомпанияның башҡарма продюсеры Кристина Геранина.

20-24 августа ижади төркөм йәнә Өфөгә килә. Кинокомпания хеҙмәткәрҙәре Мостай Кәрим әҫәрҙәренең сит телдәрҙәге төрлө баҫмаларын төшөрөргә һәм Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана хеҙмәткәренән интервью алырға ниәтләй.
52 минутлыҡ фильмды 2019 йылда сығарыу күҙаллана.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева

Читайте нас: