Юлдаш
+16 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
мәдәният
10 август 2018, 02:00

Башҡортостанда Александр Галибин Мостай Кәримдең повесы буйынса «Һеңлем» фильмын төшөрә

Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса фильм «Һеңлем» исеме аҫтында төшөрөлә. Жанры хәрби драма тип билдәләнгән.

Әлеге ваҡытта республиканың Белорет районы Яңы Хәсән ауылында Инйәр йылғаһы буйында картина өҫтөндә эш бара. Төп ролдә билдәле йәш актриса Марта Тимофеева менән фильмды Рәсәйҙең халыҡ артисы Александр Галибин төшөрә.

«Картина һәр өйҙөң йәме булырына ышанам. Бала саҡты, сикһеҙ киңлекте тойоу донъяны, һине уратып алған изгелекте асыу бәхете – был тәьҫораттар ғүмерлек. Тамашасы төп геройҙа тәү сиратта үҙен күрә алыр тигән өмөттәмен», – тине Александр Галибин Кино-театр.рупорталына.

«Башҡорт теленең яңғырауы, ошо урындарҙың тәбиғәте һәм хозурлығы фильмда мөһим урынды биләй», — тип билдәләне продюсер Дмитрий Фикс.

Фильмды Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы булышлығында «Мотор фильм студия» кинокомпанияһы (Мәскәү) һәм М.Кәрим исемендәге фонд төшөрә. Сценарий авторы — Айҙар Аҡманов. Ролдәрҙе Арыҫлан Аҡсурин, Йософ Рәхмәтов, Илгизә Ғилманова, Сулпан Әбдрәхимова, Рәүис Заһитов һәм Виталий Салий башҡара.

Премьера 2019 йылға — Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең бер быуатлыҡ юбилейы йылына билдәләнгән.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева

Читайте нас: