Өфөлә Башҡортостандың 100 йыллығына арналған «Беренсе Республика» тарихи нәфис фильмын төшөрөү тамамланды.
Эш 15 майҙа старт алды, шунан алып 56 смена булды. Башлыса «Башҡортостан» киностудияһы павильонында төшөрөлдө, Өфөнөң тарихи үҙәге лә кадрға эләккән.
Фильм төшөрөү менән бер рәттән материалды монтажлау һәм компьютерҙа эшкәртеү бара. Октябрҙә уны тауышлы итеү процесы башлана. Таҫманы 2019 йылдың мартында күрһәтеү күҙаллана.
«Барыһы ла план буйынса барҙы. Мәҙәниәт министрлығы, «Башҡортостан» киностудияһы һәм уның яңы директоры Юнир Әминев беҙгә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтте, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына фильмдың режиссеры Булат Йосопов. — Күп кенә республика театрҙары актерҙары ҡатнашты».
Режиссер һүҙҙәренсә, фильм, «Бабич» картинаһы кеүек үк, аҡлы-ҡаралы булыр, моғайын.
«Беренсе Республика» фильмы нигеҙендә — республиканың ысын тарихы, күренекле ижтимағи-сәйәси эшмәкәрҙәр, ғалимдар, шағирҙар, яҙыусылар һәм композиторҙарҙың яҙмышы. Таҫма 1920-1950 йылдарҙағы тарихи осорҙо үҙ эсенә ала.
Персонаждар араһында — яҙыусылар Дауыт Юлтый, Ғабдулла Амантай, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһында беренсе булып роман яҙған Һәҙиә Дәүләтшина, башҡорт милли театрына нигеҙ һалған Вәлиулла Мортазин-Иманский, композитор Ғәзиз Әлмөхәмәтов, актриса Зәйтүнә Бикбулатова, милли театр реформаторы Мәкәрим Мәһәҙиев һәм башҡалар.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева