-10 °С
Болытлы
«Һабантуйҙа ҡунаҡтарҙың булыуы һәм бөтәһенең дә байрамда әүҙем ҡатнашыуы ҡыуаныслы – беҙ күмәкләп бейенек, таныштыҡ, тәьҫораттар менән уртаҡлаштыҡ, ҡушылып йырланыҡ һәм уйындарҙа ҡатнаштыҡ! Был иҫ киткес байрам мәҙәниәттәребеҙҙең матурлығын һәм берҙәмлеген, тел байлығын һәм холоҡ ныҡлығын күрһәтте, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Берләшкән милләттәр ойошмаһы агентлығы хеҙмәткәре Айһылыу Йәнтурина-Дарлес. — Йылдан-йыл оҫталыҡ һәм ошо байрамда ҡыҙыҡһыныусы кешеләр һаны арта. Байрам байый, сағыулыҡ һөм йөкмәткелек ала, бында төрлө ҡалаларҙан һәм илдәрҙән тағы ла күберәк ҡунаҡтар килергә ынтыла».