Юлдаш
-4 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
мәдәният
6 июнь 2018, 02:00

Башҡортостандан балалар телестудияһы Бөйөк Ватан һуғышы һалдаттары тураһында бөтә Рәсәй конкурсында еңде

Еңеү музейы «Еңеү объективы» бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәрен иғлан итте. Еңеүселәрҙең исемдәрен Мәскәүҙә «Мәскәү хыял карабы» экран ижады лауреаттарын бүләкләү тантанаһында атанылар.

Конкурста 11-16 йәштәге уҡыусылар ҡатнашты. Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән балалар телестудиялары һәм айырым ҡатнашыусылар йөҙләгән эш ебәргән. Ул – һуғыш йылдары темаһына видеороликтар, нәфис һәм документаль фильмдар, йәнһүрәттәр. Бәйгеселәр туғандарының Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы яҙмышы тураһында һөйләй.

Бөтөн Рәсәйҙә 70-тән ашыу бала, шул иҫәптән Учалы ҡалаһынан «Пионер» балалар телестудияһы конкурс еңеүселәре булды.

Бүләккә уҡыусыларға 2018 йылдың сентябрендә «Орленок» бөтә Рәсәй балалар үҙәгенә «Бумеранг» форумы финалына барыу мөмкинлеге бирелде.

«Пионер» балалар телестудияһы 2012 йылда Учалы ҡалаһы Ижад йорто ҡарамағында ойошторолған. Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн тапшырыуҙар сығара. Тапшырыуҙар Учалы телестудияһы каналында сыға.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина
Читайте нас: