Юлдаш
+12 °С
Яңгыр
Барлык яңалыклар
мәдәният
25 Май 2018, 02:00

Башҡортостанда XIV «Ирәндек моңдары» халыҡ-ара башҡорт йырҙарын башҡарыусылар конкурсы асылды

Кисә Сибай ҡалаһында XIV «Ирәндек моңдары» халыҡ-ара башҡорт йырҙарын башҡарыусылар конкурсын асыу тантанаһы булды.

Конкурс программаһы өс көнгә иҫәпләнгән, ул 26 майҙа ҡаланың Үҙәк майҙанында гала-концерт менән тамамлана. Йәш сиген киңәйтеү һәм 50 йәшкәсә бәйгеселәргә ҡатнашырға рөхсәт итеү быйылғы конкурстың яңылығы булып тора. Ярыштар 16 йәшкәсә һәм 16-50 йәш төркөмдәрендә үтә.

Быйыл конкурста ҡатнашыу өсөн Башҡортостан райондарынан һәм ҡалаларынан, шулай уҡ Мәскәү ҡалаһынан, Татарстан Республикаһынан, Коми, Силәбе өлкәләренән 80-дән ашыу ҡатнашыусы ғариза биргән.

Фестивалдә ҡатнашыусыларҙы Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәрзән Сәғитова рәйеслегендәге жюри баһалай.

Беренсе «Ирәндек моңдары» халыҡ-ара башҡорт йырҙарын башҡарыусылар конкурсы 1996 йылда үтте.

Конкурстың төп маҡсаты – башҡорт халҡының бай йыр мираҫын һаҡлау, юғары һөнәри кимәлгә эйә яңы таланттар асыу, һәләтле йәштәргә ярҙам итеү. Йылдан-йыл конкурс киңәйә бара, уның йөкмәткеһе тәрәнәйә, абруйы арта.

Төрлө йылдарҙа «Ирәндек моңдары»нда Ҡаҙағстан һәм Үзбәкстан, Татарстан Республикаһы, Төмән, Ырымбур, Силәбе, Һамар, Ҡурған өлкәләре, Пермь крайы, Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург йырсылары ҡатнашты.

«Ирәндек моңдары» конкурсы еңеүселәре: Азамат Тимеров, Фәрүәз Урманшин, Лилиә Ишемйәрова, Радик Вәлмөхәмәтов, Минзәлә Түләбаева, Баязит Байназаров, Рауил Харрасов, Сәғиҙулла Байегетов, Гөлсөм Бикбулатова, Альберт Салауатов, Хәсән Усманов, Рәмил һәм Зөлфиә Әбүбәкировтар, Рөстәм Шаһыбалов, Филүс Ҡалмурзин, Алһыу Бәхтиева, Нәсимә Тимерова, Венера Рәхмәтуллина, Фәнил Кинйәғолов, Сөмбөл Баймырҙина, Сәйет Билалов, Диляра Иҙрисова, Зәлиә Хөббөтдинова, Иҙел Аралбаев аҙаҡтан башҡорт эстрадаһының күренекле башҡарыусылары булып китте.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева

Читайте нас: