Юлдаш
-29 °С
Болытлы
75 лет Победы
Барлык яңалыклар
мәдәният
21 Май 2018, 02:00

«Zaman» башҡорт төркөмө Рәсәйҙән Европаның баш ҡалаһында Голландияла сығыш яһай

«Zaman» башҡорт төркөмө Рәсәйҙән Европаның 2018 йылдағы баш ҡалаһында – Леувардендә (Голландия) сығыш яһай. «WorldMusic» халыҡ-ара башҡарыусылар конкурсы Голландияның Леуварден (Leeuwarden) ҡалаһында 20-26 майҙа үтә. Конкурс 15 Европа иле башҡарыусыларын йыя.

Конкурстың төп шарты – милли музыка, туған тел, милли моң өлөштәрен, музыка ҡоралдарын файҙаланыу. Жюриҙә – «world music» өлкәһе белгестәре: Европа союзы илдәренән композиторҙар, музыканттар, музыка тәнҡитселәре.

Мәскәүҙән «Zaman» башҡорт төркөмөнә халыҡ-ара бәйгелә Рәсәй данын яҡлуй хөрмәте тейҙе. Коллектив башҡорт телендә «Алға» йыры (Фатима Янбаева һүҙҙәренә Айҙар Хәмзиндең көйө) менән сығыш яһай.

«Был проектта уҙған йылдың декабренән ҡатнашабыҙ. Һайлап алыу этаптары дистанцион уҙғарылды: Европа союзынан һайлау комиссияһы «Zaman»дың аудиояҙмаларын тыңланы, live-сығыштарҙан видеоларын ҡараны, төркөмдөң, ҡатнашыусыларҙың биографияһын, киң мәғлүмәт сараларында сыҡҡан баҫмаларҙы, дискографияны ентекләп өйрәнде. Бына, ниһайәт, — беҙ ҙур проекттың ҡатнашыусылары. Төркөмөбөҙ музыканттары әйтеүенсә, Рамаҙан айы – мөғжизәләр айы!» — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты «Zaman» төркөмөнөң продюсеры һәм ҡатнашыусыһы Радмир Мофтахин.

Сәфәрҙе ойоштороуҙа Дәүләт Думаһы депутаты, Рәсәй Дәүләт Думаһының халыҡ-ара эштәре буйынса комитеты ағзаһы Инга Йомашева һәм «Мин патриот» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, Рәсәй Геройы Рафиҡ Ихсанов ҡатнашты.


«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева

Читайте нас в