Юлдаш
+8 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
мәдәният
19 апрель 2018, 02:00

Башҡортостанда Булат Йосоповтың «Беренсе Республика» тарихи нәфис фильмын төшөрөү башлана

Республика ойошторолоуҙың 100 йыллығына Башҡортостанда «Беренсе Республика» тулы метражлы нәфис фильмын төшөрөлә. Эш 24 майҙа башлана. «Башинформ» агентлығында ошо уңайҙан матбуғат конференцияһы уҙҙы.

«Башҡортостан» киностудияһында 2018 йылға ике кинойылъяҙма, бер анимация, ике ҡыҫҡа метражлы, ике документаль фильм һәм Башҡорт драма театрының 100 йыллығына тулы метражлы фильм планлаштырылған. Республика хөкүмәте «Беренсе Республика» фильмы өсөн өҫтәмә аҡса бүлде, — тип хәбәр итте фильмдың продюсеры, «Башҡортостан» киностудияһы директоры Азамат Хужәхмәтов. — Әлеге мәлдә әҙерлек эштәре бара: павильон әҙерләнә, рәссамдар павильон декорациялары өсөн һыҙымдар һыҙа. Был республиканың 100 йыллығына лайыҡлы бүләк булыр тип уйлайым. Беҙ республиканан тыш, Рәсәйҙә лә яҡшы прокатҡа өмөтләнәбеҙ».

«Беренсе Республика» фильмының нигеҙендә — республиканың ысын тарихы, күренекле ижтимағи-сәйәси эшмәкәрҙәр, ғалимдар, шағирҙар, яҙыусылар һәм композиторҙарҙың яҙмышы. Фильм 1920-1950 йылдарҙың тарихи осорон үҙ эсенә ала. Ваҡиғалар «Башҡортостан» гәзитенең тәүге баш мөхәррирҙәренең береһе булған, һуңынан репрессияланған Ҡасим Аҙнабаев аша күрһәтелә. Уны актер һәм каскадер, Мәскәүҙә йәшәгән яҡташыбыҙ Роберт Йылҡыбаев уйнай. Сценарий авторҙары «Бабич» фильмындағы кеүек үк — Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Таңсулпан Бабичева һәм башҡорт теле уҡытыусыһы, ғилми консультант Гөлсәсәк Саламатова.

«Архивта эшләгән ваҡытта күп кенә асыштар яһаныҡ. Башҡорт халҡының «ҡанлы йәкшәмбеһе» хаҡында белдек. 1938 йылдың 10 июлендә 44 кешене атып үлтереүҙәре барыһына ла билдәле. Был дата фильмда һәммәһен дә берләштерә, Сталин репрессиялары темаһына ҡағылмау мөмкин түгел ине», — ти Гөлсәсәк Саламатова.

Фильмдың музыкаль биҙәлеше өҫтөндә эш башланған да инде. Композитор Ришат Сәғитов алдында дәүерҙең тын алышын күрһәтеү бурысы тора.

«Йәнле таҫма» кинокомпанияһы директоры һәм фильмдың продюсеры Леонид Филинов әйтеүенсә, дәүләттең ярҙам итеүенә ҡарамаҫтан, фильм авторҙарына теләһә ниндәй, шул иҫәптән финанс ярҙамы мөһим. Ул республикала йәшәүселәргә фильмда төшөрөү өсөн ошо дәүерҙәге әйберҙәр — сумаҙандар, кейем-һалым, көнкүреш предметтары менән ярҙам итеүҙәрен һораны.

Яҙыусылар Дауыт Юлтыйҙы — Рафиҡ Хәсәнов, Ғабдулла Амантайҙы — Фәнил Толонғужин, Һәҙиә Дәүләтшинаны — Лилиә Исҡужина, башҡорт милли театрына нигеҙ һалған Вәлиулла Мортазин-Иманскийҙы — Руслан Хайсаров, композитор Ғәзиз Әлмөхәмәтовты — Артур Ишмөхәмәтов, актриса Зәйтүнә Бикбулатованы — Рушанна Бабич, милли сәхнә реформаторы Мәкәрим Мәһәҙиевты Артур Ҡунаҡбаев уйнай.

«Беренсе Республика» — «Йәнле таҫма» кинокомпанияһы һәм «Башҡортостан» киностудияһының берлектәге проекты. Конкурс комиссияһы ҡарары буйынса фильм 2018 йылға планға индерелгән. Дәүләт фильм өсөн 9 миллион һум аҡса бүлгән. Уны Өфөлә, Стәрлетамаҡта, шулай уҡ ауыл ерендә төшөрөү күҙаллана. Фильмдың үҙенең символикаһы ла бар — проекттың партнеры Ирек Мусин «Беренсе Республика» тигән сувенир эшләгән.

Читайте нас: