Юлдаш
+14 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Коронавирус
1 февраль 2021, 18:00

Рәсәйҙә йәмәғәт урындарында битлектәрҙән баш тартыуҙың яҡынса осоро билдәле булды

Рәсәйҙәрҙең 20-25% яңы коронавирус инфекцияһына антиесемдәре бар. Был хаҡта Беренсе каналға интервьюһында Роспотребнадзор башлығы Анна Попова хәбәр итте.

Рәсәйҙәрҙең 20-25% яңы коронавирус инфекцияһына антиесемдәре бар. Был хаҡта Беренсе каналға интервьюһында Роспотребнадзор башлығы Анна Попова хәбәр итте. Ведомство етәксеһе һүҙҙәренсә, COVID-19 менән ауырымаған һәр кемгә вакцина эшләтергә кәрәк. Шуға бәйле, рәсәйҙәр 2021 йылда уҡ йәмәғәт урындарында битлек кейеп йөрөүҙән һәм башҡа шәхси һаҡланыу сараларынан баш тартырға мөмкин, тигән өмөт белдерҙе белгес.

«Һис шикһеҙ, өмөт бар. Беренсенән, беҙ ошо вирус менән йәшәргә өйрәнеүебеҙҙе күрһәттек, икенсенән, беҙ прививка яһатабыҙ», — тине Анна Попова.

Роспотребнадзор башлығы һүҙҙәренсә, коронавирус респиратор вирустар ғаиләһенә ҡарай һәм миҙгелле булырға тейеш.

«Ул ошо һығымтаны раҫлай, һәм бөгөн әкренләп сигенә. Өҫтәүенә был талаптарҙы үтәүебеҙҙе лә күрһәтә», — тип йомғаҡ яһаны Попова.

Читайте нас: