Юлдаш
-11 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Коронавирус
24 декабрь 2020, 18:40

COVID-19 менән дауаханала ятҡан яҡындарыңдың хәле тураһында нисек белергә?

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова брифингта COVID-19 менән дауаханала ятҡан яҡындарыңдың хәле тураһында нисек белергә мөмкин тигән һорауға яуап бирҙе.

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова брифингта COVID-19 менән дауаханала ятҡан яҡындарыңдың хәле тураһында нисек белергә мөмкин тигән һорауға яуап бирҙе.

Уның һүҙҙәренсә, көн һайын көндөҙгө сәғәт 3-тән 5-кә тиклем госпиталдәрҙең белешмә хеҙмәте телефоны буйынса туғаныңдың һаулығы тураһында мәғлүмәт алырға мөмкин. Ҡыҙыу бәйләнеш телефондарының тулы исемлеге Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында («Ҡыҙыу бәйләнеш») бар.

Коронавирус инфекцияһы һорауҙары буйынса тәүлек әйләнәһенә эшләгән «Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының ҡыҙыу бәйләнеш»енә мөрәжәғәт итергә була: 8 (347) 286-58-27, 8 (347) 279-91-20. Шулай уҡ 13-01 телефоны эшләй. Ашығыс медицина ярҙамы саҡыртыу өсөн номерҙар: 103, 113.

Читайте нас: