Юлдаш
+17 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Коронавирус
18 декабрь 2020, 19:15

Владимир Путин әле коронавирустан вакцина яһатмауын әйтте

2021 йылдың башында Рәсәйҙә коронавирустан миллион доза вакцина була, тине Владимир Путин бөгөн үҙенең матбуғат конференцияһында. Коронавирустан вакцина етештереү өсөн яңы заводтар төҙөргә һәм ҡеүәттәрҙе арттырырға кәрәк, тине президент. Шул уҡ ваҡытта дәүләт башлығы әле коронавирустан вакцина яһатмауын белдерҙе.

«Хәҙерге ваҡытта препарат граждандарҙың айырым категорияларына таратыла, әле миңә сират етмәгән. Мөмкинлек булғас та, прививка эшләтәм», — тине Владимир Путин.

Вакцина яһатмау өсөн сәбәп юҡ, сөнки беҙҙең вакцина хәүефһеҙ. Уның һүҙҙәренсә, бөтәһенә лә прививка эшләү – коронавирус менән көрәшеү өсөн кәрәкле сара, тап вакцина коллектив иммунитет булдырырға тейеш.

Башҡа дәүләттәргә ярҙам күрһәтеү Рәсәйҙә халыҡты вакцинациялауға ҡамасауламай, сөнки Рәсәй яғы әҙер вакцина менән тәьмин итергә түгел, ә вакцина компоненттарын башҡа илдәрҙәге майҙансыҡтарҙа етештерергә йыйына, тип асыҡлыҡ индерҙе Путин.

Читайте нас: