Юлдаш
+1 °С
Кар
Барлык яңалыклар
Коронавирус
17 декабрь 2020, 19:05

Коронавирустан вакцинация прививкалар календарына индерелде – Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы

Коронавирус инфекцияһынан вакцинация эпидемик күрһәтмәләр буйынса профилактик прививкалар календарына индерелде. Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының тейешле бойороғо рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Документтан күренеүенсә, тәүҙә прививка медицина, белем биреү, социаль хеҙмәтләндереү ойошмалары хеҙмәткәрҙәренә, социаль учреждениеларҙа йәшәгәндәргә, хроник сирҙән, шул иҫәптән һимеҙлектән яфаланғандарға яһала.

Икенсе кимәлдәге өҫтөнлөккә транспорт, энергетика ойошмалары, көс структуралары, сик аша үткәреү пункттары хеҙмәткәрҙәре, вахтовиктар, ирекмәндәр, хәрбиҙәр, хеҙмәтләндереү өлкәһе хеҙмәткәрҙәре ҡарай.

Артабан дәүләт хеҙмәткәрҙәренә, студенттарға, хәрби хеҙмәткә саҡырылғандарға эшләнә, тип хәбәр итте РИА Новости.

Читайте нас: