Юлдаш
-3 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Коронавирус
26 октябрь 2020, 18:20

Башҡортостанда студенттар күпләп сирләй, вуздарҙың өйҙән уҡыуға күсеүе ихтимал

Башҡортостанда сирле студенттарҙың ҡырҡа артыуына бәйле вуздар өйҙән уҡыу режимына күсергә мөмкин.

Башҡортостанда сирле студенттарҙың ҡырҡа артыуына бәйле вуздар өйҙән уҡыу режимына күсергә мөмкин.

Бөгөн республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин хәбәр итеүенсә, уҙған аҙнала юғары уҡыу йорттарында студенттар араһында COVID-19 йоҡтороу осраҡтарының күбәйеүе теркәлә.

«Хәҙер беҙҙең бурыс – белем биреү процесына зыян килтермәйенсә инфекция сылбырын өҙөү», — тине республика етәксеһе Радий Хәбиров. Ул Мәғариф министрлығына вуздарҙың артабан эшләүе буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.

Читайте нас: