Юлдаш
+9 °С
Яңгыр
Барлык яңалыклар
Коронавирус
14 октябрь 2020, 17:25

Радий Хәбиров хөкүмәтте ғәҙәттән тыш хәл режимында эшләргә саҡырҙы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәт ағзаларын ғәҙәттән тыш хәл режимында эшләргә саҡырҙы.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәт ағзаларын ғәҙәттән тыш хәл режимында эшләргә саҡырҙы.

«Рәсми рәүештә республикала юғары әҙерлек режимы ғәмәлдә. Ләкин хәҙер ғәҙәттән тыш шарттарҙа йәшәйбеҙ. Мартта йәйгә бөтәһе лә үтер һәм беҙ ғәҙәти тормошҡа ҡайтырбыҙ тип иҫәп тотҡайныҡ. Килеп сыҡманы. Беренсе этапты һәйбәт кенә үттек, хәҙер хәл ҡатмарлыраҡ. Сир йоҡтороу осраҡтары күп, бөтәһе лә тынысланды, битлек режимын үтәүселәр аҙ. Бындай була. Тормош үҙе төҙәтер», — тине Радий Хәбиров 13 октябрҙә Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.

Хөкүмәт ағзаларына мөрәжәғәт итеп, республика етәксеһе төп иғтибарҙы коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәшкә йүнәлтеү мөһимлеген әйтте.

«Әгәр халыҡ ауырып вафат булһа, инвестициялар һәм ихаталар ни өсөн кәрәк. Оҙайлы көрәш юлына әҙер булығыҙ», — тине Радий Хәбиров.

Читайте нас: