Юлдаш
-5 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Коронавирус
23 сентябрь 2020, 13:20

Республикала 37 кеше үҙ теләге менән коронавирустан вакцинаны клиник һынауҙа ҡатнаша

Башҡортостанда 37 кеше үҙ теләге менән яңы коронавирус инфекцияһынан вакцинаны теркәүҙән һуң клиник һынауҙа ҡатнаша. Уларҙың бөтәһе лә көндәлек алып барырға һәм унда үҙҙәрен нисек хис итеүҙәре, прививканың башҡа эҙемтәләре тураһында яҙырға тейеш.

Башҡортостанда 37 кеше үҙ теләге менән яңы коронавирус инфекцияһынан вакцинаны теркәүҙән һуң клиник һынауҙа ҡатнаша. Уларҙың бөтәһе лә көндәлек алып барырға һәм унда үҙҙәрен нисек хис итеүҙәре, прививканың башҡа эҙемтәләре тураһында яҙырға тейеш. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова һүҙҙәренсә, вакцина ике этаптан тора. Тәүгеһе – ошо көндәрҙә, икенсеһе өс аҙнанан килтерелә.

«Вакцинация Өфөнөң 52-се поликлиникаһында планлаштырыла. Вакциналарҙың киләһе партияһы күберәк була һәм октябрь аҙағына – ноябрь уртаһына вакцинаны теркәүҙән һуң һынау осоро тамамлана», — тине Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәксеһе урынбаҫары.

Ведомство вәкиле билдәләүенсә, коронавирустан вакцинаны -18 градустан түбән булмаған температурала һаҡларға кәрәк. Ләкин тиҙҙән поликлиникаларға башҡа төрҙә тәҡдим ителгән препарат килтерелә.

Читайте нас: