Юлдаш
-6 °С
Болытлы
75 лет Победы
Барлык яңалыклар
Коронавирус
14 Май 2020, 18:30

Республикала тәүлек эсендә COVID-19 йоҡтороусылар 88-гә артҡан

Башҡортостанда тәүлек эсендә COVID-19 йоҡтороусылар 88-гә артҡан. 14 майға оператив мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 1784 коронавирус инфекцияһы менән ауырыусы иҫәпләнә.

Башҡортостанда тәүлек эсендә COVID-19 йоҡтороусылар 88-гә артҡан.

14 майға оператив мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 1784 коронавирус инфекцияһы менән ауырыусы иҫәпләнә. Тәүлек эсендә улар 88-гә артҡан, тип хәбәр ителә стопкоронавирус.рф сайтында. Әлеге ваҡытта сирлеләр һаны — 1250 кеше, һауығыусылар — 518, коронавирустан үлеүҙең яңы осраҡтары тураһында хәбәр ителмәй (ошо осорҙа 16 кеше).

Илдең 85 төбәгендә бер тәүлектә бөтәһе 252 245 сир йоҡтороу асыҡланған, ә һауыҡҡан пациенттар 53 530-ға тиклем артҡан. Тәүлек эсендә 93 үлем осрағы теркәлгән. Бөтә осорҙа Рәсәйҙә 2305 кеше коронавирустан вафат булған.

Читайте нас в